Playcast

Открытка (плейкаст) «"Бэхет"»

magira17081954 , 5 апреля 2016 года, 22:14


БӘХЕТ
Кемгә нимә етмәй, шул табылһа,
Был бәхеттең булыр ҙурыһы!
Ошо бәхетенән ҡанатланып
Осоп йөрөр әҙәм балаһы… .
Иртәләрем бәхет бүләк итһен,
Һис кәрәкмәй алтын тәхете,
Булған бәхетемә шөкөр итеп
Һаҡлайымсы булған бәхетте.
Айырма тип ошо бәхетемдән
Раббыма мин көн дә ялбарам,
Бәхетемде юлдаш итеп алып
Тормош юлдарынан мин барам.

Фәүзиә Ҡотлогилдина — АЛТЫНБИКӘ
Изображение для плейкаста
Изображение для плейкаста
Звук:Томан _ Toman (Башкирская народная песня _ The bashkir national song)
Изображение: Landscape — Максим Кирюшин www.photosight.ru, фото — Сайт обладателя, ромашки — гугл картинки
Текст:Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
Тэги: искандарова магира